Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында легендар кинорежиссерҙың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан тамаша әҙерләнә. Унда шәхестең улдары – танылған опера йырсылары Илдар һәм Асҡар Абразаҡовтар, билдәле йырсылар һәм музыканттар, театрҙың балет студияһы артистары сығыш яһай. Концерт иртәгә була.




