Өфөлә легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры дауам итә. Кубок өсөн 6 команда көс һынаша. “Туғандар” йыйылма командаһында Әхәт Мотаһар улының улы Салауат Мортазин һәм кейәүе Фәнис Мөхәмәтйәнов уйнай.
"Әхәт Мортазин волейболды популяр итеүгә күп көс һалды. Егет һәм ҡыҙҙарҙы был спорт төрөнә йәлеп итте, волейболсылар сафын киңәйтте”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры барышын “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡарарға була.







