Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан Фехтование үҙәген асыу ваҡытын иғлан итте

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, төҙөлөш сентябрҙә тамамланырға тейеш. Фехтование үҙәген Өфө юбилейы һәм “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Бина Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге янында Республика адреслы инвеситиция программаһы ярҙамында төҙөлә. “Башҡортостанда – фехтование мәктәбе көслө. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр араһында Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Яңы үҙәктә республика, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары ойоштороласаҡ”, - тип яҙа Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан Фехтование үҙәген асыу ваҡытын иғлан итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ