Өфөлә юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә дрондар ҡулланыла

Баш ҡала граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм урман биләмәһендә, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйында пилотһыҙ осҡостар һауаға күтәрелә. Халыҡҡа артыҡ хафаланмаҫҡа һәм уяу булырға үтенәләр. 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәр 30 март кис юғалды. Уларҙы эҙләүҙә 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусы, волонтер йәлеп ителгән. 

Фото №1 - Өфөлә юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә дрондар ҡулланыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ