Ул Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына һәм «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумына тапшырырға ниәтләгән өс ҙур спорт объекттарының береһе. Әле ул яртылаш әҙер. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
Фехтование үҙәге Затон биҫтәһендәге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөлә. Эш республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һәм Рәсәй фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионы Илгар Мамедовтың шәхсән ярҙамы менән алып барыла. Башҡортостанда фехтование мәктәбе бик көслө, тәрбиәләнеүселәребеҙ араһында олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Ә хәҙер иң көслө спортсыларыбыҙ һәм буласаҡ йондоҙҙарыбыҙ заманса шарттарҙа күнекмәләр үтә. Яңы фехтование үҙәгендә республика, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



