Йыл башынан алып төбәктә 14 миллиард һумлыҡ 29 миллионға яҡын чек бирелгән. Контроль-касса техникаһын ҡулланыу ҡануниәтенең үтәлеше «йәмәғәт туҡланыуы» проектына ла бәйле.
Йыл башынан алып ул илдең бар төбәктәрендә лә ғәмәлгә ашырыла. Республиканың һалым хеҙмәтендә проектты тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара эш төркөмө төҙөлгән. Унда башҡарма власть органдарынан тыш рестораторҙар, кулинарҙар ойошмаһы вәкилдәре лә ингән. Сөнки тап йәмәғәт туҡланыуы тармағында иҫәп-хисап ҡағиҙәләрен боҙоу, чек бирмәү, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары йыш теркәлә.
Айырыуса ресторандарҙа клиенттарҙы алдау йыш күренеш. Сөнки өҫтәл артында ғына иҫәпләшеү өсөн бер түгел өс чек талап ителә. Ә намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ҡулланыусыларға фискаль түгел, ә танышыу чегын ғына тоттороп ебәреүе ихтимал.
Йәмәғәт туҡланыу учреждениеларында, башлыса кассала иҫәпләшкән осраҡта, чектың берәү генә булыуы ла мөмкин. Ҡулланыусы уның рәсми документ булыуын ку ар код аша инеп телефонда ла тикшерә ала.






