Уҡыусыларға профориентация. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназияһында был эш юғары кимәлдә ойошторолған. Йәш тарихсылар, журналистар, экскурсоводтар эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Гимназия ҡунаҡтарын беренсе ҡаттан уҡ алсаҡ, иғтибарлы һәм мәғлүмәтле йәш экскурсоводтар ҡаршылай. 8-се класс уҡыусыһы Рузилә Илясова мәғариф учреждениеһына нигеҙ һалған күренекле педагог, башҡорт этнопедагогикаһында тәрән эҙ ҡалдырған яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның биографияһы, ижады, фәнни хеҙмәттәре менән таныштыра. Уҡыусылар гимназияла уҡыған ваҡытта уҡ төрлө һөнәрҙәр менән осраша, үҙҙәрен дә һынап ҡарай.
Мәғариф учреждениеһында «Хазина» һәм «Аманат» тип аталған ике музей эшләй. Тәүгеһе «Тормош һабаҡтары» дәреслеге, «Йәйләү» прфилле лагерь сменаһы, «Урал батыр мәктәбе» проекттары авторы Мәрмәм Бураҡаеваға арналған. Ике музейҙа ла асыҡ дәрестәр уҙғарыла.
Малай -ҡыҙҙар билдәле шәхестәрҙең эшмәкәрлеге менән танышыуҙан тыш, үҫәргән ырыуы башҡорттарының көнитмешен дә өйрәнә. Музейҙарҙа дурт уҡыусы алмашлап экскурсия уҙғара.
«Арғымаҡ» балалар телестудияһы гимназияның айырым ғорурлығы. Уны булдырыуға балалар үҙҙәре үк тәҡдим индергән. Бында шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр видеоператор, тапшырыуҙарҙы ҡораусы һәм хәбәрсе һөнәрҙәре менән таныша. Үҫмерҙәр киләсәктә тап ошо йүнәлештә һөнәр һайларға ниәтләй.
Мәрйәм Бураҡаева нигеҙ һалған һәм уның исемен йөрөткән гимназияла 240 уҡыусы белем ала. Уларға өс тиҫтәнән ашыу педагог төплө белем һәи тәрбиә нигеҙҙәрен бирә. Гимназияла 10-11 кластарҙа тәбиғи-фәнни йүнәлешле профилле уҡытыу тормошҡа ашырыла. Химия һәм биология төплө өйрәнелә. Уҡыусыларға уҡытыусылр ҙа ҙур өмөттәр бағлай. Улар араһынан киләсәктә билдәле сәхнә йондоҙҙары, сәйәсмәндәр, тарихсылар, тел һәм әҙиәбиәт белгестәре, табиптар үҫеп сығыр тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова



