Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе ойошторола

Әмир Абдразаҡовтың һынмаҫ рухы. Өфөлә ошондай исем аҫтында легендар шәхес, башҡорт киносәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улының 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе ойошторола. Сара 3 апрелдә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтә.

Әмир Абдразаҡовтың бар ғүмере Башҡортостан телевидениеһы һәм кино сәнғәте менән бәйле. Әле алтын фондта һаҡланған 50-нән ашыу фильмды тап Әмир Ғәбделмән улы төшөрә. Ул үҙен режиссер итеп кенә түгел, һәләтле актер, сценарий авторы һәм педагог итеп таныта.

Әмир Абдразаҡов «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе, «Ника» кинематография сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең Кинорежиссерҙар гильдияһы һәм республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы ағзаһы була. Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Әмир Абдразаҡов улдарында ла сәнғәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй, Асҡар менән Илдар донъя кимәлендә танылыу яулаған йырсылар. Хәтер кисәһенең программаһы Әмир Ғәбделмән улы төшөргән киноларға нигеҙләнеп төҙөлгән.

Атайымдың хәтер кисәһен уның фильмы буйынса «Әмир Абдразаҡовтың һынмаҫ рухы» тип алдыҡ. Атайым ысынлап та, көслө рухлы, ижади ҡарашлы кеше ине, кино сәнғәте тип янып йәшәне. Программа фильмдарға нигеҙләнгән, кисәлә алып барыусы юҡ. Атайым исеменән мин һөйләйем, был әлбиттә, бик тулҡынландырғыс һәм оло яуаплылыҡ.

Асҡар Абдразаҡов, Әмир Абдразаҡовтың улы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ