Өфөлә Эдуард Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры галереяһында рәссам Эдуард Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ике тиҫтәгә яҡын картинаны ҡылҡәләм оҫтаһы Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлына арнаған. Рәссам эштәрендә әҙиптең атлап йөрөгән һуҡмаҡтарҙа һаҡланып ҡалған боронғо ағас йорттарҙы, семәрле тәҙрәләрҙе һүрәтләгән. Акварель буяуҙар ярҙамында ижадсы тыныс төҫтәр гаммаһын һайларға тырышҡан. Халыҡ яҙыусыһы менән тоташтырыусы сәнғәт әҫәрҙәрен рәссам 3 ай эсендә ижад иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ