Ижади төркөм Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда эшләп килә. Йәш бейеүселәр райондың төрлө сараларында ҡатнашып, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурстарында юғары һөҙөмтә күрһәтә. Улар 50-нән ашыу дипломант һәм I, II, III дәрәжә лауреат исемендәрен яулаған. Бөгөн «Хәйбулла» коллективында 5 йәштән 16 йәшкә тиклем 100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.



