Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте

Республиканың «Алтын тауышы» йәнә майҙанға йыйҙы. Баш ҡалала Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир үтте. Бишенсе тапҡыр уҙғарылған спорт байрамында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары үҙ-ара көс һынашты. Быйылғы турнирға тәүге тапҡыр шәхестең туғандары ла команда туплаған. Улар шулай уҡ- «Туғандар» тип атала. Спорт байрамынан Айнур Кәбиров репортажы.

Ул таңғы алтыла уҡ тотош республиканы уята, тура эфирҙар, тапшырыуҙар яҙҙырыу, тығыҙ эш графигы. Ә кискеһен ул ял итер урынға сумкаһына кроссовкиларын , туптарын тултырып алып спортзалға сығып китә. Егеттәр һүҙе уның өсөн изге төшөнсә була. Волейбол уйнарға һүҙ ҡуйылған икән Әхәт Мортазин хатта мөһим эштәрен дә кисектереп торған.

Тәүҙә ул спортзалға коллегаларын, таныш-белештәрен йәлеп итә. Йылына бер тапҡыр үҙ-ара ярыштар ҙа ойтоштора. Телевидение, радио, идарасылар командалары барлыҡҡа килә. Бөгөнгө спорт майҙанында һынау тотҡан күптәр тап ошо командаларҙа сынығыу алған спортсылар.

Бөгөн Әхәт Мортазин башлаған волейбол уйындары мәктәп спортзалы сиктәренән сыҡҡан. Хәҙер турнир стадиондар гөрләтә. Унда ҡатнашыусы командалар ҙа күберәк, уйынсылар ҙа оҫтараҡ. Алтын тауыш эйәһе үҙе генә юҡ. Ләкин Әхәт Мортазиндың көслө энергетикаһы волейбол һуғыу майҙанында һаман да һаҡлана, ти турнирҙы ойоштороусылар.

Легендар диктор иҫтәлегенә уҙғарылған волейбол турнирында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, «Рәсәй-Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Матбуғат йорто» командалары һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының йыйылма командаһы ла ҡатнашты. Һәм быйыл майҙанға тәүге тапҡыр «Туғандар» командаһы ла сыҡты.

Тәүге тапҡыр уйнауҙарына ҡарамаҫтан, «Туғандар» командаһы турнир һөҙөмтәһе буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелә алды. Беренсе урынды «Рәсәй-Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яуланы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уйынсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уйындың көсөргәнешле барыуын иҫәпкә алғанда, киләһе йыл Әхәт Мортазин исемен йөрөткән спорт байрамы тағы ла күберәк ҡатнашыусыларҙы туплаясаҡ тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ