Быйыл баш ҡалала 5 мең квадрат метрҙан ашыу юл ремонтланған һәм 750 тоннаға яҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған. Эш февралдән алып барыла. Ҡаланың Октябрь районында ғына был осорҙа мең квадрат метрҙан ашыу майҙанға 190 тонна самаһы шыйыҡ асфальт һалынған. Белгестәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Улар тарафынан Замандаштар һәм Максим Рыльский урамдарында, Октябрь проспектында ремонт эштәре башҡарылған. Йылытыу менән асфальт-бетон заводтары эшләй башлаясаҡ, был соҡорҙарҙы ваҡ бөртөклө асфальт менән ямауға һәм юл япмаһын яңыртыу процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.






