Еңеүҙе бергәләп яҡынайтабыҙ. Бүздәк районы ирекмәндәрен берләштергән Шайморатов исемендәге штаб хәрби опрация биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡотҡарыу жгуты 5 метрлыҡ бауҙан тора һәм 300 килограммға тиклем ауырлыҡты күтәрә ала. Хәрбиҙәр яраланған саҡта ҡан юғалтыуҙы туҡтатырға йәки хеҙмәттәштәрен ҡотҡарғанда ҡуллана ала. Ирекмәндәр әйтеүенсә, бер браслетты эшләүе 10-15 минут талап ителә. 100-ҙән ашыу жгут алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән дә инде.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Яугирҙарға таҙалыҡты һаҡлау шарттары булдырыла, яу яланында йыуыныу өсөн «ҡоро душ» әҙерләйҙәр
Маскировка селтәрҙәрен оло йәштәге ханымдар үрә. Тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар яңы килгәндәргә белгәнен өйрәтә. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ике көн эсендә бер селтәр үрелә. Бүздәк районының 12 ауыл биләмәһе һәм ике мәктәп ҡатнашлығында 100-ҙән ашыу маскировка селтәре әҙерләнгән.
Махсус хәрби операция биләмәһендә 250-нән ашыу Бүздәк районы вәкиле хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытта улар рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, үҙҙәренең заявкаларын ҡалдыра һәм алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам алып китә.
Бүздәк районынан 15-тән ашыу машина, ИКЕ мобиль мунса һәм меңдән ашыу «ҡоро душ» ебәрелгән. Шайморатов исемендәге штабының эше һөҙөмтәле булһын өсөн район хәкимиәте ҡарамағында 14 кешенән торған координация үҙәге эшләй. Ирекмәндәр әйтеүенсә, уларҙың күбеһе махсус хәрби операция башланғандан алып Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә.
Фидан Монасипов






