Мәшһүр башҡорт юморисы Марсель Сәлимов 75 йәшлек юбилейы уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур тамаша йыйҙы. Танылған яҙыусы-сатирикты тәбрикләргә ижадташ дуҫтары, ҡәләмдәштәре һәм тамашасылар килде. Тапҡыр һүҙ оҫтаһының ғүмер байрамына арналған кисә шаяртыу, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Марсель Сәлимов 8 йәшенән сатира һәм юмор жанрына хеҙмәт итә. Хәмер ҡулланыусыларҙан әсе көлгән тәүге шиғыры ташҡа баҫылғандан һуң, ижади ҡомары асыла. 12 йәшенән матбуғат биттәрендә әүҙем яҙыша башлай. 15 йәшендә иһә «Һәнәк» тә тәүге фельетоны донъя күрә. Бөгөн замандашыбыҙ йәмәғәтселектә киң билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре лә. Әҫәрҙәре илленән ашыу телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа баҫтырыла.






