Республика йәмәғәтселеге бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған опера башҡарыусыһы Сәлих Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтте. Сәлих Фәрих улының киң яҡлы таланты, эшмәкәрлеге тап ошо сәхнәлә асыла. Оҙаҡ йылдар ул Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлегендә вокал дәрестәрен дә алып бара. Уҡыусылары уны ябай, асыҡ һәм изге күңелле остаз булараҡ иҫкә ала.
Сәлих Сөләймәнов башҡорт опера сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. «Салауат Юлаев» либреттоһында башҡарған Бохайыр партияһы уның образына һеңгән. Артист уны үҙенә генә хас камил оҫталыҡ менән сәхнәләштерә.
Сәлих Фәрих улы үҙенең ябайлығы менән тамашасы күңелен яулай, ижадташ дуҫтары араһында абруй ҡаҙана. Кешелекле һәм кеселекле, кәрәк саҡта яҡшы кәңәшсе була белеүе күптәргә өлгө була.
Заманында Өфө дәүләт сәнғәт институтында күренекле профессор Баныу Вәлиева класында белем алған Сәлих Сөләймәнов 1987 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында эш башлай. Лирик тенор донъя операларынан партиялар башҡара, күп кенә милли либреттоларҙың беренсе башҡарыусыһы була. Сағыу характерлы артист бәләкәй генә ролдәргә лә ҡабатланмаҫ үҙенсәлек индерә.
Хушлашыу сараһында Сәлих Сөләймәновтың күп яҡлы талантына йылы һүҙҙәр әйтелде. Үҙе йәшәгән ғүмерҙә башҡорт либреттоһын, донъя әҫәрҙәрен үҫтереүгә һәм танытыуға индергән хеҙмәтенә хәтер йәшәйәсәк әле. Сөнки таланттарҙың үҙе китһә лә, мәңгелек йырҙары, юғары сәнғәттәге ябай, бер үк ваҡытта кешелекле образы ҡала... Өҙөлмәҫ еп, моң булып...






