Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт йомортҡаға хаҡ артыуын тикшерә. Ҙур сауҙа селтәрҙәрендә рейдтар башланған. Ҡайһы бер етештереүселәрҙең хаҡтары саманан тыш арттырыуы асыҡланған, хәҙер һатыусылар тикшерелә. Уҙған йылда Рәсәйҙә йомортҡаға хаҡ 61 процентҡа ҡиммәтләнде.







