Башҡортостанда ҡотҡарыусылар өс йылда 8 меңдән ашыу саҡырыуға сыҡҡан

Республика Хөкүмәтендә Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәренең үҫеш стратегияһы үтәлеше ҡаралды. Документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Һуңғы өс йылда ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре 285 кешене ҡотҡарған. Республикала янғын һүндереү депоһы төҙөлә һәм бүлексәләре асыла, ҡотҡарыу-эҙләү отрядтары эшләй. Ҡотҡарыусыларға яңы техника һәм вертолет һатып алынды. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында 112 телефон номерына шылтыратып ярҙам саҡыртырға була. 

Фото №1 - Башҡортостанда ҡотҡарыусылар өс йылда 8 меңдән ашыу саҡырыуға сыҡҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ