Өфө үҙәгендә теркәлгән авария ике кешенең ғүмерен өҙгән

Юл-транспорт осрағы баш ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы һәм Минһажев урамдары киҫелешендә булған. Видеокадрҙарҙан күренеүенсә, 14-се модель «ВАЗ» автомобиле водителе юғары тиҙлектә ҡыҙыл утҡа сығырға тырышҡанда тәүҙә «Фольксваген Поло»ға, һуңынан металл ҡоролмаға һәм ағасҡа барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 37 йәшлек водитель менән уның пассажиры һәләк булған. Шулай уҡ Фольксваген водителенә лә медицина ярҙамы талап ителә. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ