«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды яугирҙарға социаль ярҙам күрһәтә

Яугирҙарға социаль ярҙам. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә кеүек үк, Башҡортостанда ла былтыр 1 июндән «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалдары асылды. Унда Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары белгестәрҙән социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

Яраланғандан һуң отпуск ваҡытында «Оса»ҡушаматлы яугир фондтың Иглиндағы филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Яугир бушлай юридик ярҙам алыу, медицина реабилитацияһы өсөн табип консультацияһын үтеү, яраланғандан һуң отпуск осоронда шифахана-курорт шарттарында дауаланыу өсөн юллама алыу тәртибе хаҡында мәғлүмәт алырға килгән.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондына беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Бөгөн мин бында тормош иптәшем менән бергә килдем. «Батырлыҡ», һәм «Ҡаһарманлыҡ» өсөн миҙалдарым бар. Реабилитация үтеү, шифаханала дауаланыу мәсьәләһендә миңә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Иртәгәнән тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк буласаҡ.

«Оса» ҡушаматлы яугир

«Ватанды Һаҡлаусылар» фондына яугирҙар төрлө һорауҙар менән килә. Беҙ уларҙың барыһын да хәл итеү юлдарын ҡарайбыҙ. Тейешле документтар йыябыҙ, артабан нисек эш итергә кәрәклеген аңлатабыҙ.

Светлана Ғәлләмова, «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Иглин районы буйынса социаль координаторы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ