Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Яҙҙы көтөп» тип аталған хәйриә концерты ойошторолдо

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам. Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Яҙҙы көтөп» тип аталған хәйриә концерты ойошторолдо.

Хәйриә концерты Түбәнге Зәйеттә тыуып-үҫкән йырсы, музыкант, ирекмән Денис Суфиянов тәҡдиме менән ойошторолған. Илһөйәрлек сараһында шағир һәм композитор Рафаэль Иғдиевтың йырҙары, Зинфира Зәйҙуллинаның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны.

Билет һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға һәм Туймазы районының «Еңеү бәйләйбеҙ» ирекмәндәр клубына ярҙамға йүнәлтелде. Ирекмәндәр районға маскировка селтәрҙәре, костюмдар һәм окоп шәмдәре тапшырған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ