Төбәктә «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеү яулаған ауылдар ассоциацияһын ойоштороу планлаштырыла

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеү яулаған ауылдар ассоциацияһын ойоштороу планлаштырыла. Йәмәғәт ойошмаһы райондар араһында хеҙмәттәшлекте нығытып, биләмәләрҙе үҫтереүҙә дәүләт ярҙамын көсәйтеү, берҙәм саралар уҙғарыу йүнәлешендә эшләйәсәк.

Билдәле булыуынса, апрель аҙағында иҫәп буйынса бишенсе конкурсҡа йомғаҡ яһала. Әле Өфөлә һуңғы этап ойошторолған, һәр номинация буйынса һайлап алынған ауылдарҙың презентацияһы үтә. Баһалама комиссияһы составында төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре лә бар, тәү сиратта, улар биләмәнең социаль-иҡтисади үҫеше күрһәткестәренә айырым иғтибар бүлә.

Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсының бүләкләү фонды арттырылған, 48 миллион һум тәшкил итә. Билдәләнгән категория һәм алынған урынға ҡарап, еңеү яулаған ауылдар биләмәлә төҙөкләндереү эштәре алып барыу, инфраструктураны үҫтереүгә ҙур күләмдә финанс ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ быйылдан конкурста ҡатнашҡан биләмәләргә республиканан 200-әр мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ