Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында бер төркөм яҙыусылар менән әҙәби осрашыу үтте

Яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең геройҙарын тыуҙырыусылар. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында бер төркөм яҙыусылар менән әҙәби осрашыу үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Яҙыусы, журналистар әлегә тиклем Учалы, Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашып, милләтәштәренең борсоған һорауҙары, әҙәбиәткә ҡараштары менән ҡыҙыҡһынды. Ике өлөштән торған сарала әҙәбиәт һөйөүселәр ‐ арҙаҡлы ҡунаҡтарҙың ижады, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Баймаҡ биләмә‐ара үҙәк китапханаһы янында Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби‐ижад берекмәһе 25 йыл эшләп килә. Унда шиғыр, хикәйәләр яҙыусы яҡташтарыбыҙ берләшкән һәм уларҙың ижад емештәре өс йыйынтыҡта донъя күргән. Яҙыусылар, шағирәләр поэзия, проза секцияларына бүленеп берекмә ағзаларының ҡулъяҙмаларын тикшерҙе, теләктәрен еткерҙе.

Ике көн дауамында барған эш сәфәрендә яҙыусылар Сыңғыҙ, Билал ауылдарында булды. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа яҙыусылар, әҙиптәр менән осрашыуҙарҙан халыҡ ышаныслы һүҙ, бер ни тиклем рухи ярҙам ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ