Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһаны

Транспорт инфраструктураһын яңыртыу проекттары, ғүмер оҙонлоғо артыуы, Бехтерев сиренән донъялағы тәүге дарыуҙы һынау тамамланыуы. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндың Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы отчет сығышы иҡтисади күрһәткестәргә лә, социаль уңыштарға ла бай.

Михаил Мишустин үҙ сығышын Федераль йыйылышҡа, төбәк етәкселәренә, бизнес вәкилдәренә рәхмәт һүҙенән башланы. Иҡтисади тотороҡлоҡ, социаль йөкләмәләрҙең өҙөклөкһөҙ үтәлеше берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, тине Хөкүмәт рәйесе. 2023 йылда илдең дөйөм тулайым продукты 3, 6 процентҡа күтәрелгән, был алдынғы илдәрҙең күрһәткесенән ике тапҡырға юғарыраҡ. Сәнәғәт етештереүенә, ауыл хужалығын үҫтереүгә иғтибар артҡан, медицина, мәғариф учреждениелары заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Үткән йылда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә 64 миллиард һум йүнәлтелгән. 4 мең мәктәп капиталь төҙөкләндерелгән. Башҡортостан был маҡсатҡа бығаса булмаған күләмдә аҡса йәлеп итте.

Медицина өлкәһе буйынса ла яңылыҡтар күп. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Быйыл шәкәр диабеты менән ауырыған 49 мең бала өҙөклөкһөҙ глюкоза мониторингы системаһы менән тәьмин ителә. Илдә Бехтерев ауырыуынан дарыуҙы һынау тамамлана, был донъялағы тәүге препарат. Медицина хеҙмәтләндерееүенең, тормош сифатының яҡшырыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Илдә ғүмер оҙонлоғо артыуы күҙәтелә, ул 2023 йылда 73 йәш ярымға еткән. Бындай рекордлы күрһәткес ковидҡа тиклем дә, СССР һәм хәҙерге Рәсәй тарихында ла тәүгә теркәлә. Михаил Мишустин махсус хәрби операция яугирҙарына өҫтәмә ярҙам саралары, уларҙы юллау еңелләштерелеүе тураһында ла әйтеп үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ