Ташҡын быйыл ғәҙәттәгенән иртә башлана. Был хаҡта гидрометеоролгия үҙәгенән хәбәр иттеләр. Белгестәр әйтеүенсә, апрель айында көндәрҙең аномаль йылы булыуы көтөлә. Һауа торошо норманан 7 градусҡа юғары буласаҡ.
Быйыл Ағиҙел йылғаһының 750 сантиметрға күтәрәлеүе ихтималлығы көтөлә. Ташҡын 2.0 программа тәьминәте ярҙамында ҡайһы урындарҙы һыу баҫыуын күҙәтергә мөмкин. Өфөлә ташҡын буйынса берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте эшләй. Унда онлайн рәүштә баш ҡала йылғалары күҙәтелә, шулай уҡ яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса төрлө һорауҙар буйынса шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
Һыу баҫыу хәүефе юғары булған биләмәләрҙе пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында күҙәтәләр. Уларға баш ҡаланың биш районы инә. Шулай уҡ ведомство хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡынға ҡағылышлы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен репродуктор аша һәм инспекторҙар шәхсән еткерә. Уларҙа ябай ҡағиҙәләр яҙылған: хәүеф сумаҙаны әҙерләргә, электр ҡоролмаларын өҫкәрәк күтәрергә, һыу баҫҡан осраҡта үҙаллы эвакуацияланмаҫҡа. Кооператив яланында күптән йәшәүселәр прогноз буйынса һыуҙың ҡайҙа барып етерен алдан белеп тора.






