Улар элемтә объекттарына диверсия эшләргә планлаштырған. Йәштәр ваҡиға урынында тотолған, енәйәт башҡарыу ҡоралдары һәм матдәләре тартып алынған. Оператив-эҙләү эштәре барышында ҡулға алыныусыларҙың аҡса эшләргә ҡарар итеүе асыҡланған, вышканы эшлектән сығарыу өсөн аҡса тәҡдим иткәндәр.
Әле ҡулға алыныусыларға ҡарата «Диверсия» статьяһы буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар 20 йылға тиклем хөкөм ителеүҙәре ихтимал. Айырым осраҡтарҙа ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү ҙә янай. Белгестәр билдәләүенсә, закондарҙы белмәү язанан азат итмәй. Ҡанунды боҙорға тәҡдим иткән билдәһеҙ кешеләр менән бәйләнешкә инергә ярамай. Улар башлыса профессиональ психологтар, алдау алымдарын яҡшы беләләр. Кеше улар өсөн ни бары ҡорал ғына.



