Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары медицина учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныша

Бөгөн Өфөнөң 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында Граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет күсмә ултырышын үткәрҙе.

Комитет ултырышының көн тәртибе күп төрлө һәм йөкмәткеле. Депутаттар закон проекттарын ҡарауҙан тыш, министрлыҡ вәкилдәре сығыштарын да тыңланы. Мәҫәлән, Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе урынбаҫары Абрек Батраев үткән йылдағы эшмәкәрлек менән таныштырҙы.

Аудиторҙар 13 миллиард һумға яҡын суммаға етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Алдағы йылға ҡарағанда әҙерәк, 2022 йылда күрһәткес 20 миллиард һумға яҡын. Шулай уҡ комитет алдында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны, ул коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева үҙ докладында ирекмәнлек йүнәлешенә туҡталды. Ултырышта ирекмәнлек эшендә әүҙем ҡатнашҡан шәфҡәт туташтарына рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Комитет ағзалары Өфөнөң 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында операция яһау, дауалау, реабилитация бүлексәләрен ҡараны. Медицина учреждениеһы республикала тәүгеләрҙән булып модернизацияланған. Бөгөнгө көндә дауаханала сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулы шарттар бар, бүлексәләр заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Йыл һайын ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы аша 82 мең тирәһе пациент үтә, уларҙың 30 меңе стационар рәүештә. Бер йыл эсендә генә 14 меңдән ашыу операция яһала. Баш табип Ирина Карамова әйтеүенсә, дауаханала модернизациялау бик мөһим, сөнки ашығыс ярҙам тураһында һүҙ барғанда һәр секунд, минут мөһим. 2022 йылда бында аяҡ-ҡулдың критик ишемияһы үҙәге эшләй башлаған. Табиптарҙың төп маҡсаты сирлеләрҙең тән ағзаларын һаҡлап ҡалыу, ампутацияға еткермәү.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ