17 проект раҫланған, яңыраҡ 10-дан ашыу ошондай объект асылған. “Улар араһында Мәскәүҙәге һәм Өфөләге кампустар бар”, тип белдерҙе Премьер-министр Михаил Мишустин. Ул Хөкүмәт эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, 2023 йылға йомғаҡ яһаны. “Донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәктәрҙә ике йыл эсендә 4 мең самаһы технология уйлап табылған. Улар ҡулланыуға әҙер”, - тине Михаил Мишустин. Өфөлә вуз-ара студент кампусының беренсе сираты февралдә файҙаланыуға тапшырылды. IQ-парк майҙаны 37 мең квадрат метр биләй. “Заманса үҙәк йәштәргә яңы мөмкинлектәр аса. Уҡыу, фән менән шөғөлләнеү һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар уңышҡа ирешергә ярҙам итер”, - тигән фекерҙә Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн студент ҡаласығының икенсе сираты төҙөлә. Ул ҡаланың тарихи үҙәге – Өфө фән һәм технологиялар университеты артында урынлашҡан. Кампусты 2025 йылда тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.




