Бөтә өлкәләр һәм тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала белдерҙе. Ул федераль парламентта Хөкүмәт эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, 2023 йылға йомғаҡ яһаны. “Рәсәй тышҡы баҫымға бирешмәне, етештереүҙе арттыра алды. Санкция иғлан иткән дәүләттәр киреһенсә, үҙҙәре зыян күрҙе”, - тине Хөкүмәт рәйесе.
Илдә ғүмер оҙонлоғо 73 йәш ярымға еткән. “Ковид-19” пандемияһына тиклемге күрһәткестәрҙе арттырҙыҡ, тине Михаил Мишустин. Былтыр илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекорд ҡуйылған. 110 миллион квадрат метрҙан ашыу күп фатирлы һәм шәхси йорттар файҙаланыуға тапшырылған.







