Был турала бөгөн премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Ул республика парламенты депутаттары алдынды хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Хеҙмәттәшлектә төп иғтибар дуҫ илдәргә йүнәлтелгән, Белоруссия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытай менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. - Республика вәкиллектәре булдырылды. Һөҙөмтәлә, был илдәр менән сауҙа биш йылда 43 процентҡа артты. Быйыл ошондай уҡ эш Иран һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәре менән алып барыла, тине Андрей Назаров.







