Махсус комиссия эшләй. Бер урында оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырылған, хәрәкәт өсөн ҡамасаулаған машиналарҙы үҙ аллы күсереү тураһында иҫкәртмәләр бирелә. Талап үтәлмәһә улар махсус урынға эвакуациялана. Машинаны был пунктта һаҡлау өсөн сығымдарҙы уның хужаһы түләргә тейеш була.







