“Еңеүҙе бергәләп яҡынайтабыҙ”. Бүздәк районы ирекмәндәре шулай ти. Улар Миңлеғәли Шайморатов исемендәге штабҡа берләшкән. Берәүҙәр беләҙек үрә, икенселәр маскировка селтәрҙәре әҙерләй. “Был кәрәк-яраҡтар алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙгә тыуған яҡ сәләме булып барып етһен. Һалдаттарҙы еңеү менән көтәбеҙ”, - ти волонтерҙар Ильмира Сәмиғуллина, Альбина Йәнбухтина һәм Әлфиә Диярова.
Быйыл Бүздәкирекмәндәре 100-ҙән ашыу маскировка селтәре әҙерләгән. Бөгөн райондан 250-нән ашыу кеше махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Һалдаттар ялға ҡайтҡанда халыҡҡа рәхмәт белдерә, кәрәк-яраҡтар исемлеген ҡалдыра. “Яугирҙәргә 15-тән ашыу машина, мобиль мунсалар ебәрҙек”, - ти район хакимиәте башлығы кәңәшсеһе Вәсил Әхтәмов.







