Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар милек һалымынан бушатыла. Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ошондай мөмкинлек булдырылды. Премьер-министр Михаил Мишустин хөкүмәттең йыллыҡ эшенә отчет менән сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе. “Хәрби бурысын үтәгән кешеләргә дәүләт ярҙамы тулыһынса һәм ваҡытында күрһәтелергә тейеш. ”, - тине ул. Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар бирелә. 39 ярҙам төрө бар. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, 30 меңдән ашыу хәрбиҙең мәсьәләһе хәл ителгән. Күптәр социаль түләүҙәр, ветеран танытмаһын алыу, медицина, юридик һәм психологик консультация, реабилитация мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә.
Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала. Ул Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Элемтә телефоны – 8(347)-268-01-02. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.







