Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғо 73 йәш ярымға еткән. Коронавирус пандемияһына тиклемге күрһәткестәрҙе арттырҙыҡ, тине Михаил Мишустин. Премьер-министр Дәүләт Думаһында Хөкүмәт эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, 2023 йылға йомғаҡ яһаны. “Әүҙем һәм сәләмәт ғүмер оҙонлоғоноң артыуы мөһим. Бының өсөн медицина ла сифатлы булырға тейеш”, - тине ул.
Бөгөн Башҡортостандың уҙған йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә баһа бирелә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа хөкүмәт отчеты тыңлана. Ултырыш әле башланып тора.







