Михаил Мишустин: "Рәсәй санкцияларға бирешмәне һәм етештереүҙе арттыра алды"

Рәсәй санкцияларға бирешмәне һәм етештереүҙе арттыра алды. Премьер-министр Михаил Мишустин бөгөн Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең уҙған йылда эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Тышҡы баҫымға ҡарамай эске тулайым продукт 3,6 процентҡа үҫкән, инвестициялар күберәк йәлеп ителгән, эшһеҙлек кәмегән. 2023 йылда дәүләт ҡаҙнаһы 29 миллиард һумға тулыланған. Рәсәй иҡтисады сеймал экспортына бәйлелекте кәметә, социаль йөкләмәләр теүәл үтәлә, тине Михаил Мишустин. 

Фото №1 - Михаил Мишустин: "Рәсәй санкцияларға бирешмәне һәм етештереүҙе арттыра алды"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ