Белорет ҡалаһының «Горизонтты ашатла» паркы йәнә Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылған.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был биләмәнең быға тиклем дә абруйлы Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа наградалар яулағаны бар ине.

Әле 1-се Бөтә Рәсәй парк премияһының «Йыл паркы. Уртаса ҡалалар» номинацияһында еңеү. Премия - Төҙөлөш Министрлығы, Рәсәй парктары ассоциацияһы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһының берлектәге проекты.

«Был конкурс быйыл тәүгә уҙғарылды һәм унда тап беҙҙең паркты билдәләүҙәренә шатмын.Төптән уйланылған төҙөкләндереү проекттары беҙҙең йәмәғәт биләмәләрен урында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтарҙы тартып торған ергә әүерелә лә инде. Биш йыл эсендә беҙ бөтә республика буйынса 683 биләмәне тәртипкә килтерҙек. Кемдәр Белоретта булмаған - саҡырам. Һәм был еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемде ҡотлайым.» тип белдергән республика етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ