Мишкә районында яңы мобиль фельдшер-акушерлыҡ аункты 36 ауыл халҡын хеҙмәтләндергән

Тәгәрмәс өҫтөндәге күсмә фап былтыр декабрь аҙағында эшләй башлаған. Бөгөнгө көнгә тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған алыҫ ауылдарҙа йәшәгән ярты меңгә яҡын халыҡҡа сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Алғы яғында-ғәҙәти газель микроавтобусы, әммә кузовтағы ҡыҙыл тәре билдәһе һәм үҙенсәлекле текст логотибы транспорттың айырыуса мөһим эш өсөн тәғәйенләнеүен аңлата. Тәгәрмәс өҫтөндәге фельдшер-акушерлыҡ пункты Митрәйгә юл тота. Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә мобиль бригаданы иртәнән үк көтә.

Митрәй, Ирсай ауылы халҡы хәҙер йәшәү урыны буйынса диспансер тикшереү үтеү мөмкинлегенә эйә. Мишкә районында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты былтыр декабрҙә тәүге рейсҡа сыҡҡан. Өс айҙан ашыу ваҡыт эсендә белгестәр 36 ауылда булып, дүрт йөҙҙән ашыу кешенең һаулыҡ торошон тикшергән.

Бәләкәй ауылдар халҡын йәшәгән еренә килеп ҡабул итәм. Бынан тыш пациенттар башҡа белгестәргә лә күренә ала. Аҙна һайын стационар медицина учреждениелары булмаған ауылдарҙа йәшәүселәрҙе махсус график буйынса хеҙмәтләндерәбеҙ.

Рөстәм Миңлегәрәев, участка табип-терапевты

Йәш белгес Мишкәгә Дәүләкән районынан килгән. Ярты йылдан ашыу ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы белгес итеп күрһәткән.

Табип һәр кешене иғтибар менән тыңлай, рецептар яҙа, көңәштәр бирә. Йәш, белемле, ихлас терапевтан уңдыҡ.

Дмитрий Михайлов, Митрәй ауылында йәшәүсе

Тәгәрмәс өҫтөндәге фап сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында экспресс - анализдар яһарға, ашығыс ярҙам күрһәтергә һәм тикшереүҙәр уҙғарырға мөмкин. Комплекс автономлы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, кондиционер системаларын үҙ эсенә ала. Интернет та бар. Эс яҡтан ул 2 өлөшкә бүленгән. Тәүгеһендә беренсел тикшереү үткәрелһә, икенсеһендә диагностик манипуляциялар, процедуралар башҡарыла. Тәгәрмәс өҫтөндәгеһенән тыш, районда 32 стационар фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Быйыл Мишкә районында «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә модулле амбулаторияларҙы Камай һәм Кесе Нәкәрәк ауылдарында төҙөргә планлаштырабыҙ.

Валерий Гәрәев, Мишкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы
Башбат

«Сәләмәтлек «милли проекты сиктәрендә йыл аҙағына республикала 131 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана. Быйыл шулай уҡ 6 йылға иҫәпләнгән төбәк программаһы ла эшләй башланы. Был проект ярҙамында баш ҡала медицина учреждениеларында капиталь ремонт үткәреләсәк. Шулай уҡ ҙур күләмдә медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу башҡарыласаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ