Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге лаборанттары әле үҫентеләр шыттырыу менән шөғөлләнә. Май урталарында улар теплицаларға ултыртыласаҡ. Үҫентеләр элеккеләренән нимәһе менән айыралғанын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина һөйләр.
Лаборатория шарттарында һабаҡтарҙың тамырланып китеү ихтималлығы юғары. Киҫкәс тә, уны файҙалы элементтар менән байытылған агар-агарға һалалар. Быйыл лаборанттар 100 үҫентенән яңы 4 мең тамыр шыттырған. Маҡсат - күләмде 6 мең ярымға тиклем еткереү.
Ғалимдар орлоҡтарҙы бүлбе ултыртып түгел, ә картуф күҙен шыттырып сығара. Күҙҙең тик өҫкө өлөшө генә алына: унда вирустар юҡ тиерлек. Лабораторияға килгәндә, бында стериллек - төп талап. Бысраҡ эләкте икән - үҫенте тамырланмаясаҡ. Махсус шарттарҙа ул 2-3 аҙна тигәндә шытып сығасаҡ.
Әле ауыл хужалығы үҙәгендә 5 сорт камиллаштырылған. Был картуф төрҙәре ауырыуҙарға ҡаршы сыҙамлыраҡ, файҙалыраҡ һәм оҙағыраҡ һаҡлана. Майҙа ултыртылған үҫентеләрҙән көҙгә орлоҡтар әҙер буласаҡ. Ғалимдар уларҙы һатыуға әҙерләй.
Әле Рәсәй ауыл хужалығында орлоҡтар һатылып бөткән. Бында булдырылған таҙа орлоҡтарҙы 5-6 йыл алмаштырмай ултыртырға мөмкин.
Рәзилә Ғиниәтуллина



