Берҙәм ярҙам хеҙмәте диспетчерҙары уларҙы «Ветеран» баҡсасылар ширҡәтенә ебәрҙе, унда бер кеше йәшәгән бөтә урамды һыу баҫҡан була. Янғын һүндереүселәр үҙ машинаһында ҡазаға тарыусы ирҙе эвакуациялай. Һуңғы тәүлек эсендә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығына ҡар һыуҙары иреп һыу баҫыу тураһында 260-тан ашыу хәбәр килгән. 12 йорт һәм 184 участканы һыу баҫыу осраҡтары контролгә алынған.Тәүлегенә 2 метр самаһы иң юғары һыу күтәрелеү кимәле - Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы эргәһендәге Өҫән йылғаһында теркәлгән. Бынан тыш, төбәктә 7 юл участкаһында һәм 9 күперҙә һыу баҫыу осрағц күҙәтелә. Ҡотҡарыусылар хәлде даими күҙәтә.






