Ауырғазы районында башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусылар майҙан тотто

Төбәктең Мораҙым ауылында үткән бәйгелә Әлшәй, Ғафури районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Был юлы ул яҡташтар иҫтәлегенә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан Ҡәнзәфәр Ғәлиев бөгөн дә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында сәхнә тултырып уйнай. Быға профессиональ музыка белеме булмауы ла ҡамаусауламай. Ҡурайға радио эфиры аша өйрәнгән замандашыбыҙ балаларын да өйрәтә. Хатта, ижади төркөм булдырған.

Ҡәнзәфәр Ғәлиев Мораҙым ауылында яҡташтар иҫтәлегенә ойошторолған бәйгенең иң оло ҡатнашыусыһы. Мәҙәни сара быйыл икенсе тапҡыр үтте. Шуға ҡарамаҫтан, Ауырғазынан тыш, Ғафури һәм Әлшәй районы вәкилдәрен дә бергә йыйҙы.

Сара үҙ маҡсатына иреште, тип әйтергә кәрәк. Сөнки, ҡатнашыусылар араһында ҡурайҙа уйнаусылар ҙа, ҡубыҙ һәм думбыра сиртеп, өзләүселәр ҙә күп булды.

Ә инде бәйгенең Гран-приһын Өфө егете Артур Һатлыҡов яуланы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында уҡығанда ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән егет бөгөн төрлө сәхнәләрҙе яулай.

Бәйге һуңғыһы булмаҫ, ти ойоштороусылар. Киләһе йылдарҙа уны республика кимәленә сығарып, географияны киңәйтеү маҡсаты ҡуйыла.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ