Бөгөн республикала 2 меңдән ашыу йәш ғалим фән менән шөғөлләнә

Башҡортостан ғилми-технологик үҫеш рейтингында алдынғы 10 төбәк араһына инә. Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. Республикала йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттары яҡшыртыла. Сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙең алдынғы фәнни учреждениларында стажировка үтеү мөмкинлеге бар. “Башҡортостан 5 йыл эсендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәген булдырыуға иреште. Ғалимдар өсөн ҡаралған дәртләндереү саралары емеш бирә башланы”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.

Бөгөн республикала 2 меңдән ашыу йәш ғалим фән менән шөғөлләнә

Ике йылдан Өфөлә вуз-ара кампустың икенсе сиратын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Унда дөйөм ятаҡ, йәмәғәт биләмәләре була. Шулай уҡ "Фотоника", "Мәктәп 21" тигән лабораториялар һәм Геном үҙәге урынлаша.

Фото №1 - Бөгөн республикала 2 меңдән ашыу йәш ғалим фән менән шөғөлләнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ