Республикала биш йылда 1 мең 300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелгән

2019 йылда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән күп фатирлы йорт подъездарын тәртипкә килтереү программаһы башланды.  “8 меңдән ашыу подъезд ремонтланды. Был маҡсаттан 3 миллиард ярым һум аҡса бүленде. 4 мең күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде, 2 мең 700 лифт алмаштырылды”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында премьер-министр Андрей Назаров. “Башҡорт ихаталары” программаһы илдә бығаса булмаған проект. 5 йылда йорт алдарын матурлау өсөн 6 миллиард һум аҡса тотонолған.

Фото №1 - Республикала биш йылда 1 мең 300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ