Был турала ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙә яҙа. - Һәләк булғандарҙың туғандары менән осраштыҡ. Мемориалды Таусылар скверында асыу тураһында килештек, - ти ул. 1 апрелдәАмур өлкәһендә “Пионер” руднигында ҡотҡарыу операцияһын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шахтаның ҡайтанан емерелеүе һәм уны һыу баҫыуы ихтимал. 120 метр тәрәнлектә 13 кеше емереклектәр аҫтында ҡалды. Улар араһында Сибайҙан 4 һәм Учалынан 1 яҡташыбыҙ бар ине.







