Балтас егете Зөфәр Вәхиев 2020 йылдан 2022 йылдың февраленә тиклем Чечен республикаһында хеҙмәт итә. 2021 йылдың декабрендә тыуған ауылына ике аҙнаға ялға ҡайта. Оҙаҡламай хәрби килешеүе тамамланырға тейеш була. Махсус хәрби операция башланғас рядовой Зөфәр Вәхиев иптәштәре менән бергә ҡалырға ҡарар итә. Хеҙмәткә юлланғанда яҡындарына: “Көтөгөҙ! Оҙаҡламай ҡайтырмын”, - тип вәғәҙә бирә. Ул 42-се мотоуҡсылар дивизияһының 50-се үҙйөрөшлө артиллерия полкында хеҙмәт итә. Радиотелефонист була.
Яугирҙең бер туған апаһы Зөһрә Хафизова әйтеүенсә, һуңғы алышта Зөфәрҙең күкрәге һәм аяғы яралана. Уның ғүмере өҙөлгән урында полкташтары һәйкәл урынлаштырған. Гранитҡа “2022 йылдың 2 июлендә был урында хәрби бурысын үтәгәндә радиотелефонист Зөфәр Зөлфәт улы Вәхиев батырҙарса һәләк булды” тигән яҙма беркетелгән.
11 июлдә 23 йәшлек яугир тыуған ауылы Матала ер ҡуйынына тапшырыла.







