Уның ҡыйыу олаталары Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы ҡыйратҡан. Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылаған. Бөгөн иһә ул нацистарға ҡаршы көрәшә. Доброволец.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов етәксе костюмын бронежилетҡа, эш бүлмәһен окоп һәм блиндажға алмаштырҙы. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә. Әле ул хеҙмәт иткән хәрби берләшмә алғы һыҙыҡтағы иң ҡыҙыу урындарҙың береһендә тора. Юлай Ильясов “Самурай” тигән ҡушамат алған.
Юлай Ильясов атаған татыу ғаиләнең тағы ла бер ағзаһы - “Эверест” ҡушамалы яугир. Ул легендар командир Миңлеғәли Шайморатовтың аҙашы һәм яҡташы. Эверест “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. Ул 3 бала атаһы. “Алғы һыҙыҡта булған һәр ир-егет ҡаһарман”, - тигән фекерҙә “Эверест”.
Алғы һыҙыҡта атаһы менән бергә улы, ҡайныһы һәм кейәүе хеҙмәт иткән берләшмәләр ҙә бар. “Хәрби туғанлыҡ та көслө”, - ти Александр Доставалов исемендәге батальон взводы командиры, “Дим” ҡушаматлы яугир.
Махсус хәрби операция төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Эмир ҡушаматлы яугир һөнәре буйынса тимер юлсы. Бөгөн ул “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. “Ғаиләм минең менән ғорурлана. Республиканың даими ярҙамы көс өҫтәй”, - ти ҡаһарман.
“Яугирҙәр бер-береһе өсөн ҡалҡан булып тора. Ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй”. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары “Зверь” ҡушаматлы хәрби шулай тип белдерҙе.
Бөгөн ҡыйыу ир-егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта. Улар төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙы илебеҙҙе һаҡлау, халҡыбыҙҙы яҡлау теләге берләштерә. Йәнә Еңеү теләге.
Автор: Зөһрә Арсаева.







