Тәбиғәткә кире йоғонто яһаған предприятиелар комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙы алырға тейеш

Тәбиғәткә кире йоғонто яһаған предприятиелар 2024 йыл аҙағына тиклем комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙы алырға тейеш. Башҡортостанда экологияға зыян килтергән 3 меңдән ашыу объект иҫәпләнә, уларҙың 100-ҙән ашыуы беренсе категорияға инә. Яңы ҡарар тап уларға ҡағыла. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостан предприятиеларында экологик мониторинг мәсьәләләренә арналған һөйләшеүҙә онлайн форматта Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова ҡатнашты. Төп эш йүнәлештәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бензопирен, терегөмөш, ҡурғаш, хром. Был матдәләр көнкүрештә һәм етештереү тармағында киң ҡулланыла. Әммә улар экология һәм кеше организмы өсөн хәүефле. Кешелекте төрлө сирҙәргә дусар итеүе, тереклекте юҡ итеүе ихтимал. Лабораторияла һыу, һауа, тупраҡ составы ошо хәүефле матдәләргә тикшерелә лә инде.

Былтыр идаралыҡ инспекторҙары 300-ҙән ашыу рейд ойошторған. Тикшереү барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған 300-ләп етешһеҙлек асыҡланған. Улар буйынса хужаларға 1 миллиард һумдан ашыуға зыянды ҡапларға ҡушылған. Ер аҫты ҡаҙылмалары менән намыҫһыҙ рәүештә файҙаланыусылар ҙа бар. Республикала ойошторолған махсус комиссия ярҙамында уларға һөҙөмтәле көрәш алып барыла. Биш енәйәт эше ҡуҙғатылған, 13 компанияның лицензияһы тартып алынған.

Йыл аҙағына тиклем тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән предприятиелар комплекслы экологик рөхсәт документы алырға бурыслы. Был исемлектә өс меңдән ашыу объект. Әммә һүҙ хәүефле тәүге категория тураһында бара, улар 100-ҙән ашыу. Әлегә лицензияны 8 предприятие ғына алған. Документ булмаған осраҡта штраф күләме арттырыла, мәҫәлән, нефть компаниялары өсөн хәҙерге 4 миллион һум урынына 240 миллион һум.

Белгестәр әйтеүенсә, республикала экология мәсьәләләренә етди иғтибар бирелә. 2019 йылдан 3 меңдән ашыу сүплек юлға сығарылған. Әле федераль проект сиктәрендә 91 ҙур полигонды ликвидациялау бара. Ошо маҡсатта инспекторҙар муниципаль берәмектәргә сығып сүплектәрҙәге ҡалдыҡтарҙың зыян кимәлен тикшерә.

Экология проблемаларын хәл итеү Башҡортостанда дүрт йүнәлеш буйынса алып барыла. Көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары полигондарын юҡҡа сығарыу, файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу, һауаны, һыуҙы бысратыуҙы кәметеү. Һуңғылары буйынса химия һәм нефть химияһы предприятиелары зыян килтерә. Светлана Радионова, төп проблема булараҡ «ӨфөХимпром» предприятиеһының урынын рекультивациялауҙы ла атаны, эш яҡын киләсәктә башланырға тейеш.

Һыу, һауа, тупраҡ - беҙҙе уратып алған мөхит. Әлеге ваҡытта илдә уларҙың бысраныуҙан, ағыуланыуҙан һаҡлау маҡсатында «Экология» милли проекты тормошҡа ашырыла. Программа төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Әммә беҙ таҙа мөхиттең, тәбиғәттең яҙмышы һәр беребеҙ ҡулында икәнлеген аңларға тейешбеҙ. Шул ваҡытта ғына проекттар һөҙөмтәле буласаҡ.

Беҙ баҫып торған ер, һулаған һауа, эскән һыуҙың таҙалығы экология торошо ғына түгел, ул һәр беребеҙҙең сәләмәтлеге тигән һүҙ. Сөнки кешенең һаулығы тәү сиратта тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына, зарарлы, ағыулы матдәләр менән бысранмауына бәйле. Идаралыҡ белгестәре ошо маҡсатта эш алып бара һәм экология һағында тора ла инде.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ