Башҡортостанда ташҡын хәүефе янаған йылға участкалары буйлап вертолетта мониторинг үткәрелде

Бөгөн Башҡортостанда ташҡын хәүефе янаған йылға участкалары буйлап Ка-32 вертолетында мониторинг үткәрелде. Ул боҙ тығындарын, йылғаларҙың йыуылыуын ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү сараларын күреү өсөн талап ителә.

Әлегә хәүефле 62 участка контролдә тотола. Осош ваҡытында вице-премьер Ирек Сәғитов етәкселегендә төркөм республиканың ҙур йылғалары акваторияһын ҡараны, Сибайҙың Төйәләҫ йылғаһы һыуһаҡлағындағы хәл менән яҡындан танышты. Шулай уҡ Баймаҡ районы Урал ауылы халҡы менән аралашты, унда бәйләнеш өсөн мөһим булған ике күпер һыу аҫтында ҡалған. Проблема контролдә тотола, шул иҫәптән эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек, медицина ярҙамы менән тәьмин итеү ҙә иғтибар үҙәгендә. Һыуҙан зыян күргән күпер мотлаҡ рәүештә тергеҙеләсәк. Фаразға ярашлы, яҡын арала республикала көндәр йылыта . Был көндәрҙә йылғаларҙың асылыуы күҙәтелә. Йылғалар кимәленең артыуы менән бәйле артабан ташҡындың әүҙем фазаһы башланыр тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ