Әммә сәхнәлә түгел, ә ул экранда күрһәтелде. Матди булмаған этномәҙәни объекттар эксперт советы ағзаларының сираттағы ултырышында тикшерелде. Ғалим-фольклорсылар һәм этнографтар, ижади интеллигенция вәкилдәре республика халыҡтарының этномәҙәни байлыҡтарының берҙәм реестрына индереү мәсьәләһен хәл итте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Сабыйҙы тәҙрә аша һатып алыуҙан бер күренеш. Боронғо йола республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә бөгөн дә онотолмаған. Маҡсаты балаға оҙон ғүмере теләү.
Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында күрһәтелгән йоланың Берҙәм реестрға индереү мөмкинлеге ҡаралды. Уның эстәлеге, әһәмиәте һәм кәрәклеге тикшерелә.
16-сы тапҡыр ойошторолған белгестәр кәңәшмәһендә, 35 матди булмаған этномәҙәни объект ҡаралды. Улар араһында мари туй йолалары, Асы ауылындағы шишмә сығанаҡтары, Ҡағы ауылы халҡынан яҙып алынған рус халыҡ йырҙары ла бар.
Әйткәндәй, бөгөн республика реестрына Башҡортостан биләмәһенән тыш, Рәсәй төбәктәрендә теркәлгән 202 матди булмаған этномәҙәни объект индерелгән. Эш бөгөн дә дауам итә. Уның һөҙөмтәһе итеп яҡын арала айырым йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин



