«Сейә» торлаҡ комплексы өлөшсөләре үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәште дауам итә

Фатир туйлар урынға йәнә суд ултырыштары. «Сейә» торлаҡ комплексы өлөшсөләре үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәште дауам итә. Был юлы яңы конкурс идарасыһы менән. Ул милекселәр һәм төҙөлөш компанияһына 200-гә яҡын ялыу яҙған, тип белдерә өлөшсөләр. Мәсьәләләр йомғағын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова һүтте.

Ошо арала фатир туйларға әҙерләнгән өлөшсөләр тағы бер һынауға осраған. «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһындағы «Сейә» торлаҡ комплексында конкурс идарасыһы алмаша. Ул өлөшсөләр һәм төҙөүсе компания тарафына 200-гә яҡын аппеляция ялыуы яҙып, милек хоҡуғын инҡар итеүҙе талап итә, ти фатир хужалары.

Ике йыл элек «Сейә» торлаҡ комплексына банкрот тип иғлан ителгән «Башстройкомплект» урынына яңы инвестор «Оникс» компанияһы тотона. Уларға төҙөлөштө тамамларға ғына түгел, намыҫһыҙ ойошма артынан йорттарҙы һүтеп, яңынан һалырға тура килә. Алданған өлөшсөләр менән килешеүҙәр төҙөлә, берәүҙәр төҙөлөштөң тамамланыуын һәм фатир көтөүҙе һайлаһа, бәғзеләр - түләүҙәр алырға ризалаша. Әлеге ваҡытта 11 йорттоң 7-һе файҙаланыуға тапшырылған. 2014 йылдан алып үҙ квадрат метрҙары тураһында хыялланған өлөшсөләр конкурс идарасыһынан ялыуҙар алыуҙы аяҙ күк күкрәүгә тиңләй.

Яңы конкурс идарасыһының дәғүәләре милекселәргә генә түгел, төҙөлөш компанияһына ла ҡағыла.

Ялыуҙарҙы нигеҙһеҙ тип, иҫәпләйбеҙ. Сөнки төҙөлөштө беҙҙең ойошмаға күсереү тураһындағы суд ҡарары бер нисә тапҡыр тикшерелде. Дәғүә итеү өсөн нигеҙ юҡ.

Айнур Сөләймәнов, «Оникс» төҙөлөш компанияһы директоры

Мәсьәләгә аныҡлыҡты Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы индерҙе.

Ялыуҙарҙың кире ҡайтарыласағын «Башстройкомплект» ойошмаһы вәкиле лә белдерҙе.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында әйтеүҙәренсә, конкурс идарасыһын алмаштарыу процесында Биләмәләрҙе үҫтереү фонды фекере иҫәпкә алынмаған. Тимәк, ялыуҙарҙы ҡайтарыуҙан тыш, конкурс идарасыһын йәнә алмаштырыу һорауы ла күтәреләсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ