Сара Мәскәү Мемориаль мәсете эргәһендәге Поклонная тауында ойошторолдо. Изге Рамаҙан айының һәр көнөндә Рәсәй төбәктәре һәм Урта Азия дәүләттәренең ислам дине руханиҙары ифтар мәжлесен үткәрә. Сәхнәнән имамдарҙың сығыштары яңғыраны, шулай уҡ артистар һәм милли коллективтар ижади номерҙарын тәҡдим итте.
Быйылғы «Рамаҙан сатыры» проектының мәҙәни-мәғариф программаһы Рәсәйҙә барған Ғаилә йылын иҫәпкә алып төҙөлгән. Күп кенә мосолмандар ифтарға балалары менән килә. Әйткәндәй, улар башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй, унда туған телде өйрәнеп кенә ҡалмай, сығыштар өсөн төрлө номерҙар ҙа әҙерләй. Ифтар мәжлесендә балалар «Рамаҙан» йырын тыҡдим итте. «Рамаҙан сатыры» Ураҙа байрамы хөрмәтенән ғаилә фестивале менән тамамланасаҡ. Сара 13 һәм 14 апрелдә Мәскәү Мемориаль мәсете янындағы майҙанда үтә.






