Республиканың йәш йондоҙҙары беренсе турҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә йыйылды. Ҙур телестудия, грим, камералар, һәр йыр өсөн айырым футаж. Күптәр өсөн телевизион бәйге - тәүге тәжрибә. Иң мөһиме - юғалып ҡалмаҫҡа, жюри алдында лайыҡлы сығыш яһарға. Быйыл «Сулпылар» бәйгеһендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатнашырға теләк белдергән 117 малай-ҡыҙҙың 44-е конкурсҡа саҡырыу алды.
«Тамыр» каналының «Сулпылар» конкурсы быйыл 32-се тапҡыр үткәрелә. 1992 йылда башланған бәйге бөгөнгө көнгә тиклем республиканың йәш таланттары өсөн кәрәкле ижади майҙансыҡ булып ҡала һәм башҡорт эстрадаһына юл яра. Быйыл тәүге турҙа йәш артистарҙы халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рим Рәхимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Заһир Иҫәнсурин менән Гөлнара Ҡаҙаҡбаева баһалай.
Алда йәш конкурсанттарҙы фәһемле осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, сағыу съемкалар көтә. «Сулпылар» бәйгеһен һәр йәкшәмбе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күҙәтеп барырға була.






